Һәр береһе, кемдең дәрте бар, быныһынан бигерәк, кемдә милли тойғо бар, милли кәстүм кейеп, фотоға төшә башланы. Был күренешкә ҡарап тороуы күңелле, Италия, Францияла тегелгән, даны бөтөн донъяға таралған брендлы кейемдәрең ары торһон - милли кейемдә кеше үҙ асылына ҡайта, уның тәбиғи матурлығы асығыраҡ күренә, ахры.
Ләйсән Аҙнабаева был байрамдан ситтә ҡалғаны юҡ, ул, түҙмәй, кисәнән үк фотоларын ҡуя башланы, асабыҙ ҙа ҡарайбыҙ, асабыҙ ҙа ҡарайбыҙ - күпме баҡма, ҡарап туйырлыҡ түгел.