Ошо ауылды шул тиклем күргем килә, хатта йәнем шул яҡҡа тартыла ине. Сөнки шәжәрәбеҙ тап ошо ауылға барып тоташа. Бына хыялым тормошҡа ашты Яманһарыла үткән "Айыҡ ауыл" байрамына саҡырыу алдым. Ҡоролтайҙың бер нисә ағзаһы йыйындыҡ та, артистарыбыҙ менән музыкаль бүләктәр тотоп барҙыҡ. Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар, бик матур итеп әҙерләнгәйнеләр. Яманһары ысынлап та бай тарихлы матур ауыл булып сыҡты. Ҙур итеп шәжәрә эшләп тә ҡуйғандар. Ул беҙҙең нәҫелебеҙ шәжәрәһе менән тап килә, тик Байназар исемендә осо өҙөлә. Нәҫел ебебеҙҙең дауамын һөйләп бирҙем, күрһәттем. Сараға йыйылған халыҡ һөйләгән тарихты шул тиклем мөҡиббән китеп тыңланылар. Минең өсөн был ҙур мәртәбә булды. Был саранан ҡанатланып ҡайттыҡ.
Донъяла ике аҙнала бер тел бөтә. Шуны ла беҙҙең халҡыбыҙ аңлаһын ине...
Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Яманһарин менән әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.