Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
26 Март , 16:56

Бигерәк шәп халыҡбыҙ!

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе теге саҡ, үҙе Өфөлә булғанда, ярар әле йөръәт итеп, Миләүшә апаһын ҡунаҡҡа саҡырған.

Бигерәк шәп халыҡбыҙ!
Бигерәк шәп халыҡбыҙ!

Лена Ғәббәсованың һүҙен йыҡманы яҙыусы апаһы, һә тигәнсе килде лә төштө. Бер юлы Яҡшымбәтте (уның юлдарына иғтибар иттеме икән?), Күмертауҙы күрҙе, кешеләр менән осрашты. Күңеле ҡанғансы, һөйләште...

Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, ҡоролтайға Яҡшымбәт мәктәбе директоры Гөлнур апаһы ла гел ярҙам итеп тора, бына бөгөн дә, бөтөн эшен ташлап, яҙыусы менән осрашыуға бар көсөн һалды. Лена Дим ҡыҙы, ныҡ иреп китеп (уға булған иғтибар – беҙҙең бөтәбеҙҙең өлөшөнә төшкән мәртәбә), ике апаһына ла бүләк бирҙе.

Күмертауҙа ла буш ҡул менән ҡайтарманылар М. Ҡаһарманованы, балаҫ бүләк иттеләр. Ике яҡтан ике Әлфиә торҙо Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙын уратып, яҙыусы, моғайын, теләк теләгәндер һәм был теләгендә беҙҙе лә телгә алғандыр тип ышанабыҙ – был ерҙәрҙә бигерәк шәп халыҡ йәшәй икән, уның бар эштәре лә гел шәптән булһын!

Автор:
Читайте нас: