Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
10 Май , 08:53

Ошо ерҙән үткән һайын ҡыйын ине

Мәжит Ғафури бюсты янынан үтеүҙәре йән ғазабына әйләнә ине. 

Ошо ерҙән үткән һайын ҡыйын ине
Ошо ерҙән үткән һайын ҡыйын ине

"Бөгөн урамда бер инәй туҡтатып: ошо ерҙән үткән һайын ҡыйын, шағирҙы мәсхәрәләү, ғөмүмән, һәйкәлдәрҙе емереү законға ҡаршы килә, их, вандалдарҙы тотоп яуапҡа тарттырһалар ине, тине".

Ошолайтып яҙған инек беҙ 2018 йылда уҡ. Классигыбыҙҙың был һәйкәле, ысынлап та, булғанына ҡарағанда, булмағаны артыҡ тигән кеүек, гел емерек торҙо. Быйыл тотондолар. Тулыһынса ремонт кисерҙе һәйкәл. Фотоларҙа: ул нисек элек булған һәм хәҙерге, ремонттан һуңғы, хәле.

Әйткәндәй, быйыл Шағирҙың юбилейы - тыуыуына 145 йыл. 

Автор:
Читайте нас: