Ул беҙҙе үҙенә саҡырҙы.
Күптәр ҡыҙығып китте: ә самолет унда осамы, билет хаҡы күпме? Үзбәкстанда гел йылы бит, күмәкләп барып, һыймаһаҡ, тышта ятып йоҡлаһаҡ та була инде...
Люциә апайбыҙ Сәмәрҡәндә йәшәй. Ҡунаҡбай ауылы ҡыҙы ул, әллә ҡасан уҡ шул яҡтарға сығып киткән дә, һаман шунда йәшәй. Дөрләп йәшәй – Башҡортостандан кемдер килһә, Люциә апай уны таба һалып, өйөнә алып ҡайта, кем генә булмаған уның ҡунаҡсыл йортонда, әле һанап сыҡты – иҫ-аҡыл китте.
Башҡорт –татар ойошмаһын ойошторусы ла ул, Һабантуй һымаҡ милли байрамдарҙы сит ерҙәрҙә үткәреүсе лә ул. Бер улы АҠШ-та, ҡыҙы Австралияла, кескәй балаһы үҙе янында йәшәй. Апайыбыҙ өсөн донъя сикһеҙ, бөтөн Ер шарын урап сыҡҡан, Америкала ла милли байрамдар ойошторған, әле бына Австралияла ла тиҙҙән Һабантуй була, ти. Баҡһаң, унда ла беҙҙең халыҡ йәшәй икән.
...Бөгөн район ҡоролтайы ағзалары уны тәбрикләне, грамота, миҙал бирҙеләр. Район башлығы вазифаһын башҡарыусы Урал Ибраһимов, ҡоролтай рәйесе Лена Ғәббәсова апайҙың ҡулын ҡыҫты, хатта ҡосаҡҡа алды – туған йән бит, етмәһә, ана, ҡалай кеше, башҡорт данын диңгеҙ аръяғында ла тарата.
- Америкалағы улым: "Нимә ул Һомай - тип ҡыҙыҡһынды, - беҙҙә әле гел шул йырҙы тыңлайҙар..."
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ.