Башҡорт теленән диктан яҙыу көнө лә бөгөн. Туған теленә битараф булмағаны, ҡәләм тотоп, бөгөн диктант яҙҙы. Һәр береһе, бар көсөн һалып, матур итеп, ҡағыҙҙы буймай, тигеҙ яҙырға тырышты. Хата китеп кенә ҡуймаһын тип тә борсолдо.
"Яҙыу " менән "Яҙмыш " бер тамырҙан
Яҙыу яҙһам, гүйә, яҙмыш яҙам....
Бөгөн яҙғандарыбыҙ ише, яҙмышыбыҙ ҙа матур булһын ине - телебеҙҙең дә, үҙебеҙҙең дә.