Кисә ата-әсәләр йыйылышы булды. М. Исҡужин исемендәге прогимназияның спортзалы шығырым тулды - ил, тел тип йәшәгән кешеләребеҙ әле бар икән. Киләһе уҡыу йылы тураһында барлыҡ уйҙар, балағыҙҙы милли мәктәпкә алып килегеҙ, рух тигәнде онотмағыҙ. Прогимназия етәкселеге, уҡытыусылар 1 сентябрҙә, сәскәләр тотоп, балаларын ошонда алып киләсәк ата-әсәләргә кәңәштәр бирҙе.
Матур ғына үтте йыйылыш, балалар концерт күрһәтте (кисә видеоһын ҡуйҙыҡ). Алтын көҙҙөң тәүге көнөндә лә барығыҙҙы ошондай уҡ яҡшы кәйефтә көтөп ҡалабыҙ, туғандар.