Бөтә яңылыҡтар

Һоҡланыу уяттылар

Ғәзимә АҘНАБАЕВА, Абдул мәктәбе уҡытыусыһы, жюри ағзаһы:

Һоҡланыу уяттылар
Һоҡланыу уяттылар

- Миңә ошондай мәртәбәле сарала сәсәниә, филологияһы фәндәре докторы Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы етәкселегендә жюри составында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бәйгелә барлығы 8 район, 4 ҡаланан килгән балалар ҡатнаштылар. Беренсе турза эпосты яттан һөйләү 3 этапта үтте. Балалар баҡсаһы, башланғыс кластар - тәүге этапта, артабан ярыш 5-8 класс уҡыусылары араһында барҙы. 8-11 класс уҡыусылары, студенттар сараны йомғаҡлап ҡуйҙылар. Икенсе турҙа эпостан өҙөк сәхнәләштереү булды. Беренсе турҙа Ишембай ҡалаһы һәм ошо райондан килгән балалар көслө әҙерлектәре айырылып торҙолар. Беҙҙең райондан Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусылары ла һынатманылар. Улар сәхнәлә иркен сығыш яһауҙары, үҙҙәренә ышана белеүҙәре менән жюри ағзаларында һоҡланыу уяттылар. 

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас