Бөтә яңылыҡтар

Дәрт өсөн рәхмәт

Сыуаштарҙың да кисә бәхетле көнө булды.

Дәрт өсөн рәхмәт
Дәрт өсөн рәхмәт
Күңелле күренеш: Өфөнән Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары Юрий Михайлов Һабантуйға үҙе килгәйне. Әллә ҡайҙа ятҡан Туғай Кинйәһенә. Сәбәбе изге - сыуаш милләтен милләт булараҡ һаҡлаған шәхестәргә рәхмәт әйтеү. Әйтте. Уның ҡулынан сыуаш телен, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш кереткән милләттәштәре Рәхмәт хаттары алды.  
Маркова Зинаида Николаевна - Күмертау ҡалаһы Сыуаш мәҙәниәте ойошмаһы рәйесе,  

Ворошилова Надежда Николаевна -  Керәүле-Илюшкин мәктәбе директоры, сыуаш теле уҡытыусыһы, 
Алексеева Надежда Васильевна –  Павловка  китапханаһы китапханасыһы, 
Һәм, әлбиттә, райондың иң атаҡлы сыуашы ла онотолоп ҡалманы
Васильева Эльза Сәмииғулла ҡыҙы - Көйөргәҙе районы Йәмәғәт палатаһы рәйесе.

Беҙ был күренешкә ныҡ ҡыуандыҡ, милләтте һаҡлау, уны, етмәһә, үҫтерергә тырышыу - иң ауыр миссияның береһе. Ошо эштә беҙгә дәрт, дарман өҫтәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Юрий Павлович. 
Автор:
Читайте нас