- Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелгән конкурста мин теләп ҡатнашырға булдым.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡорт теле кабинеты документтарын һәм видеоматериалдар әҙерләп ебәрҙем. Уҡыусыларымдың, үҙемдең төрлө фәни-ғәмәли кәңәшмәләрҙә, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған һөҙөмтәләребеҙ буйынса методик материалдарҙан торған документтарҙы ла туплап конкурсҡа тапшырҙым. Сөнки минең уҡыусыларым Халыҡ-ара, республика, төбәк-ара, ҡала конкуртсарында, олимпиадаларҙа йыш ҡатнашалар һәм һәр ваҡыт та юғары һөҙөмтәләргә ирешәләр тиһәм дә хата булмаҫ.
Мәҡәлә гәзиттә тулы вариантта баҫылды.