Ҡыуаныслы хистәр менән генә ҡаршы алабыҙ яңы уҡыу йылын, тулыһынса әҙербеҙ. Тик күңелде ҡырып торған бер ере генә бар - Башҡорт теле дәрестәрен ҡыҫҡарттылар. Аҙға ғына түгел, бик күпкә. Тора бара нисек булыр, тап ошо башҡорт теле дәрестәрендә телгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә ине. Бер сәғәткә генә ҡалдырҙылар, ул бер сәғәттә нимәгә өлгөрөп булыр тип, аптырап торабыҙ.