Урлап ҡына ҡуймаһындар үҙҙәрен, Стәрлебаш егеттәре сос була торған тип, Күмертау егеттәре йөрәктәрен усҡа ҡыҫып тороп ҡалды. Бигерәк сибәрҙәр шул, үҙҙәрен генә әллә ҡайҙа сығарып ебәреүе ҡурҡыныс.
Күмертау ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары "Остаз" тип аталған конкурста ярышырға китте.
Бында ҡалған егеттәр юҡҡа үҙенә урын тапмай хитлана: беҙҙең мөғәлимәләр матур ғына түгел, тоғролар ҙа - тыуған ергә, тыуған илгә, туған телгә.