

Кисә Күмертау ҡалаһында милли мәғариф өлкәһе һәм бөтә йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле ваҡиға – «Торнаҡай» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн асыу тантанаһы үтте. Был ҡалабыҙҙың балалар баҡсаһында барлыҡҡа килгән дүртенсе башҡорт төркөмө. Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының был йүнәлештә ҙур эш башҡарғанын билдәләп үтергә кәрәк: ата - әсәләр конференциялары һәм форумдары үткәрелде, башҡорт телен өйрәнеү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.
Яңы башҡорт төркөмөндә кескәйҙәрҙе тәрбиәләү, милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу башҡорт халҡының көнкүреше һәм традициялары, халыҡтың ауыҙ-тел ижады, халыҡ уйындары, байрамдар менән танышыу аша уҙасаҡ. Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, ҡала хәҡимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Астахов, йәмғиәт эшмәкәрҙре, депутаттар, ата-әсәләр һәм педагогтар ҡатнашты.
Төркөмдө асыу милли мәғариф ҡала семинары “Балалар баҡсаһы һәм мәктәп күсәгилешлеге шарттарында туған телде һаҡлау һәм үҫтереү” сиктәрендә уҙғарылды. Семинар барышында ҡаланың Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияһы, 8- се һанлы «Айгөл» балалар баҡсаһы, 5–се урта дөйөм белем биреү мәктәбе туған телдәр үҫтереү һәм һаҡлау маҡсатында башҡарған эштәр менән танышыу үтте.