Әсәм теле - сәсән теле
8 Декабрь 2023, 08:44

Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш

Тиҙҙән Башҡорт теле көнө.

Үҙебеҙ һайлаған яҙмышҮҙебеҙ һайлаған яҙмыш
Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш
Ошо уңайҙан, беҙ бөгөн башҡорт теле уҡытыусыларын йыйҙыҡ. Өсәүҙәр - Азат Ғәлиев, Айһылыу Таймаҫова, Земфира Усманова. Тәжрибәләре байтаҡ (эштекенеке лә, тормош тәжрибәһе лә), беҙ был байрамды нисек ҡаршылайбыҙ, ҡыуаныстарыбыҙ күпме, көйөнөстәребеҙме тигәнгә ҡайтып ҡалған һөйләшеү булды был. 
....- Башҡорт теле уҡытыусыһы бөгөнгө көндә нисек йәшәп ята?
- Ауырлыҡтары күп. Балаларҙың башҡортсаға барымы бик юҡ, хатта беҙҙә - Яҡшымбәт ауылында. Балалар, етмәһә, йылдан-йыл кәмей.
- Һеҙҙең эштә, билдәле, ата-әсәнең ярҙамы ҙур, тағы ла кемгә таяна алаһығыҙ?
- Күмертауҙа беҙ бик берҙәмбеҙ. Башлыса, Р. Арыҫланова менән З. Байбулатованың шәплеге арҡаһында. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы, музей - йөктө бергә тартһаң, ныҡ еңел. 
- Ә районда? 
- Районда ҡоролтай башлығы кем ул? Беҙ бик тарҡаубыҙ, элек Л. Аҙнабаева эшләгәндә, ойошҡанлыҡ булды, төрлө саралар ҙа күп үткәрелде. Әле РПЛИ-ла, БРГИ-ла үткән конференцияларға яңғылыш ҡына килеп эләктек. Ҡайҙа нимә була белмәй ҙә ултырабыҙ. Һәр кемебеҙ үҙ өйөнә бикләнде кеүек...
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас