Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
15 Декабря 2023, 08:24

Бик шәп үтте

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр аҙналығы бик шәп үтеп китте.

Бик шәп үтте
Бик шәп үтте

Үҙенең телен, милләтен яратҡан тел уҡытыусылары уҡыусылар менән берлектә бик күп саралар үткәрҙе.
Иң тәүҙә “Теле барҙың иле бар” күргәҙмәһен әҙерләп ҡуйҙыҡ. Уҡыусылар менән кергән ергә тылсымлы һүҙҙәрҙе элеп сыҡтыҡ. Балаларҙың телмәрҙәре тағы ла яғымлыраҡ, йомшаҡ булһын тип.
Юғары категориялы татар теле уҡытыусыһы Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы Үзбәкова 5-се класта татар теленән “Алфавит” , башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсилә Рәис ҡыҙы Хисикова 5-се класта башҡорт дәүләт теленән “Башҡортостан ҡоштары”, башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәсимә Ниғмәт ҡыҙы Ниғмәтуллина 4- се класта әҙәби уҡыуҙан Лира Яҡшыбаеваның “Аҡтырнаҡ”, юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлзиә Фатих ҡыҙы Мөлөкова башҡорт теленән 7-се класта “Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе” темаларына асыҡ дәрестәр күрһәтте. Бөтә дәрестәр ҙә бик яҡшы үтте. Һәр береһе юғары баһаланды.
Шиғыр һөйгәндәр араһында “Сәнғәтле шиғыр уҡыу” конкурсын ойошторҙоҡ. Рәсимә Ниғмәт ҡыҙы Ниғмәтуллина 7–се класс ҡыҙҙары менән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйбере брошкалар”селтәр” яһанылар. Бик оҫта яһағандар.Берҙән, матур, икесенән, мәҙәниәткә һөйөү. Афарин, уҡытыусыларына!
14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә беҙҙең мәктәптә осрашыу үтте. “Уҡытыусы һәм остаз йылы” на арнап “Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ” осрашыуына ошо мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән хаҡлы ялдағы тел уҡытыусылары саҡырылды. Оҙаҡ йылдар директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләгән рус теле уҡытыусыһы Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының мағариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән Зәлиә Миңнулла ҡыҙы Илбулова, намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан мәғариф министрлығының, Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, Рәсәй буйынса үткәрелгән «Иң яҡшы уҡытыусы» бәйгеһендә еңеп сығып , 100 меңлек грантҡа лайыҡ булған, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Баязит Бикбай премияһы лауреаты, шағирә башҡорт теле уҡытыусыһы Сулпан Рәжәп ҡыҙы Миңлебаева, Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, “Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн” “Бөтә донъя татар конгрессы” Халыҡ-ара Берлеге миҙалы менән бүләкләнгән Эльфира Кәрим ҡыҙы Валеева. Һәр уҡытыусы ошо һөнәрҙе ни эшләп һайлауҙарын мауыҡтырғыс итеп һөйләп үттеләр. Уҡыусыларға был тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә, ялҡау булмаҫҡа, һәр саҡ алда барырға тырышырға кәрәк тигән аҡыллы кәңәштәрен бирҙеләр. Шағирә Сулпан Рәжәп ҡыҙы уҡытыусыларға арнап “Шәмсыраҡ” шиғырын уҡыны. Ваҡыттарын табып осрашыуға килгән хөрмәткә лайыҡлы уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ һәм тағы ла осрашыуҙа көтөп ҡалабыҙ. Осрашыуҙы алып барған ҡыҙҙарыбыҙ, 10- сы класс уҡыусылары, Зәлиә Ишкинина менән Мәликә Сәлиховаларға ла рәхмәт. Ошо фәһемле осрашыу аша балаларҙа уҡытыусыларға ҡарата һөйөүҙе тағы ла арттыра алғанбыҙҙыр, тип өмөт итәбеҙ.

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлзиә Фатих ҡыҙы Мөлөкова.

Автор:
Читайте нас: