Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
15 Декабря 2023, 08:13

"Шифалы үләндәр илендә"

Башҡорт теле көнөндә "Шифалы үләндәр иленә" сәйәхәт ҡылдыҡ! 

"Шифалы үләндәр илендә"
"Шифалы үләндәр илендә"

Был көндө Аҡһары ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә бик тантаналы сара үткәрелде.
Ошо байрамда ҡатнашҡаныма мин бик шатмын. Мәктәптең етәксеһе, яңы ғына интернет селтәрендә күп тауыштар йыйған Рида Ибәт ҡыҙы Искәндәрова "Иң яҡшы директор Башҡортостанда"- тигән исемгә лайыҡ булғайны, бик уңған, тырыш, минең синыфташым ул.
Хәҙерге заман уҡытыусыһы күп көс, сабырлыҡ, даими белемеңде камиллаштырыуҙы талап итә.
20- йыл мәктәп директоры булып эшләгән Рида Искәндәрова тап шундай сифаттарға эйә лә инде.
Рида Ибәтовнаның уңыштарына бик шатландым, мәктәптәге дөйөм тәртип, таҙалыҡ, төрлө яҡлап уҡыу өсөн уңайлы булған бүлмәләр, заманса итеп йыһазландырылған китапхана, ошонда уҡ бәләкәй музей мөйөшө барыһы үҙенә йәлеп итеп тора.
СВО- лағы һалдаттарыбыҙға маскировка селтәрҙәрендә ошо мәктәптең коридорында үрәләр, кискеһен эштән һуң килеп үрәбеҙ ти уңған хужабикә.
Бөгөнгө башҡорт теле көндәрендә синыфташым үҙенең егерме йыллыҡ хеҙмәт емешендә сағылдырып үтте, ошо ҙур ғына булмаған ауылда, үҙенә бер команда туплап, коллегалары менән бик яҡшы мөнәсәбәттә эш итеп, матур итеп эшләп йөрөүе үҙе бер ҡыуаныс.
Коллегалары минең ауылдашым Үрге Баба ауылынан Алмабикә Ғәббәс ҡыҙы, Яҡут ауылынан Рәмилә Зиннур ҡыҙы һәм башҡалар бик тырышып эшләйҙәр.
Бөгөнгө сараны, башҡорт теле уҡытыусыһы Рәмилә Зиннур ҡыҙы бик йөкмәткеле итеп ойошторған.
Зал боронғоса биҙәлгән, һәкенең түрендә самауыр, шифалы үләндәр менән сәйҙәр эсеп, йомаҡтар ҡойоп, байрам иттек.
Кадет- синыфы балалары был мәртәбәле сараға, сағыу кейемдәре менән йәм өҫтәнеләр, башҡорт телендә матур- матур шиғырҙар һөйләнеләр.
Аҡһары ауылы мәктәбенә тирә яҡ ауылдарҙан йөрөп уҡыйҙар, Яҙлау, Юшатыр бында инде рус балалары ла уҡый, ошо уҡыусыларға Рәмилә апабыҙ башҡортса һөйләргә өйрәтә лә инде, шулай булғас башҡорт теле яңынан- яңы сәскәләр атыр Аллаһ бойорһа, ошондай тырыш уҡытыусылар барҙа!
Бергә уҡыған кешең шундай яҡын була, беҙҙең Яҡшымбәт дөйөм белем биреү мәктәбен бөтөрөүебеҙгә ҡырҡ йылдан ашыу ғүмеребеҙ үткән, әммә мин, ошо рухи яҡтан көслө синыфташымда, шул бала саҡтағы Ритаҡайымдың һыҙаттарын күрҙем, һәр нәмәгә балаларса ҡыуанып ихлас күңелдән һөйләй ул.
Тик бына һуғышы ғына тиҙепәк бөтөп китһен, эшләйһе эштәребеҙ бихисап- ти ул.
Ошо мәктәптең директорына, уҡытыусыларына, уҡыусыларына быйылғы "Уҡытыусы һәм остаз" йылында яңынан яңы уңыштар теләйем!
Телдәребеҙ һаҡланып ҡалһын, илдәребеҙ имен булһын, һаулыҡта булайыҡ!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас: