Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
16 Декабря 2023, 09:53

Ни татарса, ни башҡортса

Хәйерле йома иртәләре менән, "Юшатырҙарым".

Ни татарса, ни башҡортса
Ни татарса, ни башҡортса
Һеҙҙең гәзитегеҙҙе яратып уҡыйбыҙ, үткер һүҙле булыуығыҙ оҡшай. Кисә бөтә Башҡортостаныбыҙ менән Башҡорт теле көнө тип геү килдек, телебеҙ йәшәһен инде, тел бөтһә иле лә бөтөр тиҙәр бит. Хәҙер интернет заманы, төрлө төркөмдәр күп, һәр бер организацияның төркөмө бар, бөтә яңылыҡтарҙы белеп ултырабыҙ, уныһы ҡыуаныс, әлбиттә, шул төркөмдәрҙә ни татарса, ни башҡортса яҙмай, хаталы итеп яҙып ҡуйһалар, эс боша, мине бигерәк тә районыбыҙ ауылындағы китапхана, клуб төркөмдәре борсой, иғтибарлыраҡ булһындар ине, йәш быуыныбыҙға үҙебеҙ үрнәк күрһәтәйек. Бер миҫал ғына яҙып китәм (һалдат, ниңәлер, халдатҡа әйләнгән), күптәнән бирле шул турала уйланып йөрөй инем, уйҙарымды һеҙҙең менән бүлештем, рәхмәт һеҙгә, уҡыусыларығыҙ күп булһын.
Тәнзилә Бикмаева, Яҡшымбәт ауылы
15.12.2023.
Автор:
Читайте нас: