Все новости

Бабай рухы

Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Регион-ара олимпиадаһы үтә икән.

Бабай рухы
Бабай рухы
Бындай сараға Мортаза Рәхимов исемен йөрөткән Күмертауҙағы республика гимназия-интернаты балалары бармай булдыра алмай ине, әлбиттә. Уҡыусылар үҙҙәре генә китмәгән Өфөгә, яндарында терәк-таяныс булып директорҙары ла баҫып тора.
 -  Мәртәбәле сарала беҙҙең БРГИ № 3 им.первого Президента РБ М.Г. Рахимова Кәримова Илиза (9 А класы), Ҡыҙрасова Алтынай (10 Б класы), Искәндәрова Руфина (10 Б класы) Сәйфуллин Артур (11 А класы) уҡыусылары ҡатнаша.
Балаларға һәм уларҙы әҙерләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Йосопова Гөлсинә Фәйзулла ҡыҙы, Харрасова Филүзә Рәжәп ҡыҙы, Нафиҡова Гөлнур Насип ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ, - тип фатихаһын да бирә етәксе. 
Бабайыбыҙҙың рухын йөрөткән уҡыу йорто был сарала, ышанабыҙ, һынатмаҫ. Ошо һүҙҙәр тап уларға төбәп яҙылғандай:
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ...
Автор:
Читайте нас: