Все новости

Китабыңды үҙең уҡы!

Башҡа эшләр кеше булманымы, беҙҙе - бала-сағаны - ырҙын табағына эшкә ҡыуа торғайнылар.

Китабыңды үҙең уҡы!
Китабыңды үҙең уҡы!
Эштең ҡыҙыу мәле - уңыш йыялар, башланғыс класта ғына уҡығанын да келәткә әйҙәйҙәр ине. Ауыл агрономы Нафил бабай (халыҡ уны Нафиҡ тип йөрөттө) иртәнән үк, өй беренсә йөрөп, йоҡоһонан айнып та етмәгән ыбыр-сыбырҙы тау башындағы ырҙынға әйҙәй. Эш еңел түгел, асфальт түшәлгән майҙанды һеперергә,  игенде елгәрергә, машинаға тейәргә, ямғыр яуып, еүешләнһә, уны тегеләй-былай, көрәк менән әйләндереп, киптерергә... Бер-ике көн ыҙаланғас, Нафил бабайҙан һораныҡ:
- Бабай, был эш өсөн күпме түләрҙәр икән?
Эш хаҡы, бәләкәй булһаҡ та, бара бит инде, дөрөҫ, өлкәндәргә түләгән ише үк бирмәйҙәрҙер, шулай ҙа, ниндәй булһа ла, аҡса аҡса инде, уны ни сама итеп бирерҙәрен белге килә, шуны һатып алыр инем, быны алыр инем (вилсәпит кеүек әйбергә етмәҫ, әлбиттә) тип, алдан уҡ хыяллана башланыҡ.  
- Ниндәй аҡса? Беренсе сентябрҙә, бөтөн линейка алдына сығарып, китап бирербеҙ.
Күңел төштө. Икенсе көнөнә эшкә береһе лә сыҡманы ла ҡуйҙы. Китабыңды үҙең уҡы. Торараҡ агроном "Шаярттым, аҡса түләнә" тип тынысландырҙы, ышанып, токка кире барҙыҡ. Бабайыбыҙ алдамаған, хәтеремдә, ҡулға 45 һум эләкте. Ауыл магазинында кожанка тора ине, украт миңә яраҡлы, шул куртканы үҙем барып алдым. Эҫе йәй булһа ла, кейемде кейеп ҡайттым - бөтөн ауыл, аптырап, миңә ҡарап тора төҫлө ине. 
Алсу Султанова:
- Уважаемый Радий Фаритович, совсем недавно в нашей республике подвели итоги по Республиканской Олимпиаде по родному языку и литературе (башкирский, марийский, татарский, удмуртский языки) В наше время, знание родного языка большое дело. Не каждый взрослый, школьник может похвастаться такими знаниями. Так как из года в год родной язык теряется. Так почему же призеры и победители этой Олимпиады получили всего лишь книги? Почему не предусмотрено денежное вознаграждение. Дети(школьники) проделали большую работу. А получается никакой мотивации и стимула развиваться дальше в этом плане у них нет... Ну как же так? Детей надо поощрять в их знаниях.
ЦУР Башкортостан:
- Алсу, что касается вашего вопроса о награждении победителей олимпиады по родному языку и литературе, то запросим у коллег из Министерства образования и науки Республики Башкортостан. Коллеги ответят вам до 15 января. Айгуль Халикова, сотрудник Центра управления Республикой Башкортостан.
Республика башлығына яҙылған дәғүә был. Ниңәлер Нафил бабай иҫкә төштө. Ул беҙҙе шаяртҡайны ғына, аҡсаһын түләне, бала-саға булһаҡ та, ҡоро китапҡа ғына алданмаҫты аңланы.
Аҡ йортта ултырған бабайҙар быны аңлаймы икән? 
Автор:
Читайте нас: