Все новости

Башҡорт теленән олимпиада - рухлылар бәйгеһе

8-9 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында башҡорт теленән төбәк-ара олимпиада уҙғарылды. 

Башҡорт теленән олимпиада - рухлылар бәйгеһе
Башҡорт теленән олимпиада - рухлылар бәйгеһе

Беҙҙең райондан бер төркөм уҡыусылар: Абдулдан-Шәрипова Роза, Ермолаевоның 2-се мәктәбенән-Азнабаева Айзилә , Бахмуттан- Фәйзуллин Әмин, Илкәнәйҙән-Мәхмүтова Ләйсән, Яҡшымбәттән-Абдуллина Азалия, уҡытыусылары Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы һәм Ғәзимә Уразбай ҡыҙы менән барҙылар. Бәйгелә барлығы 287 уҡыусы ҡатнашты.
Башҡорт теленән төбәк -ара олимпиада быйыл 38 тапҡыр үткәрелде. Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан уҡыусыларҙың ҡатнашыуы был сараға тағын да мәртәбә өҫтәне. Республика кимәлендәге олимпиадала еңеү һирәктәргә эләгә. Быйылғы йылда Баҡалы, Бөрйән, Дәүләкән райондары,Сибай, Өфө ҡалаһы уҡыусылары еңеү яуланы. Эштәрҙе баһалаусы жюри быйылғы йылда уҡыусыларҙың белем кимәле юғары булыуын билдәләп үтте. Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева 15 уҡыусыға еңеүсе дипломы һәм аҡсалата приздар тапшырҙы. Беҙҙең уҡыусылар араһынан Илкәнәй мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Мәхмүтова Ләйсән “Башҡорт теле- милләт байлығы ” номинацияһында дипломға лайыҡ булды.
Телем, милләтем тип янып йәшәгән йәш быуынды күреү күңелгә илһам, эшкә дәрт өҫтәне.Ҡатнашҡан уҡыусыларҙа телде белеүгә, өйрәнеүгә ғәм, сәм уятты. Оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусы булараҡ минең маҡсатым да ошо ине. Барып , күреп , фәһем алып ҡайтыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
Йомғаҡлау өлөшөндә енеүсе булараҡ сығыш яһаусы бер уҡыусы ҡыҙ, үҙенең өсөнсө тапҡыр ҡатнашып , ниһайәт, еңеүгә өлгәшеүен әйтеп үтте. Тимәк, маҡсатлы, сәмле, тырыштар ғына еңә! Шулай уҡ Силәбе өлкәһенән килгән олимпиадала ҡатнашыусы үҫмер егеттең “ Йәшәһен башҡорт телем, халҡымдың моңо!”- тип ҡурайҙа һыҙҙырып уйнап ебәреүе иҫ киткес күренеш булды. Бына ҡайҙа ул рух, сәм, үҙ телеңә, халҡыңа һөйөү хисе! Тимәк, ошондай йәштәр үҫеп килгәндә иртәгәгә ышаныс бар әле.
Килгән уҡытыусыларҙы ла буш итмәнеләр. Башҡаланың 114-се мәктәбендә тарих фәндәре кандидаты , “ЯКласс” платформаһының Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе өлкәләре буйынса төбәк-ара вәкиле Ишемғолов Морат Нил улы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “ЯКласс” Федераль мәғариф платформаһында башҡорт телен уҡытыуҙа ла күп кенә мөмкинселектәр булдырылыуын күрһәтте. Ошо өлкәлә грант оҡтан уҡытыусы әле лә эштәрен дауам итә, уларҙы камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Был башҡорт теле уҡытыусыларына бөгөнгө көн талаптарына яуап биргән бик яҡшы яңылыҡ.
Сара бик эшлекле шарттарҙа, тиҙ үтеп китте. Ойоштороу йәһәтенән юғары кимәлдә булыуы оҡшаны. Ваҡыт табып, балалар менән киске Өфө ҡалаһына экскурсия ла яһап өлгөрҙөк. Файҙалы ла, күнелле лә үтте каникул көндәре.
Азнабаева Ғәзимә, Абдул урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: