Все новости

Төйлөгән районы башлығы Аллабирҙелә ҡунаҡта булды

Кисә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы башлығы менән райондың мәғариф етәксеһе беҙгә килделәр. 

Төйлөгән районы башлығы Аллабирҙелә ҡунаҡта булды
Төйлөгән районы башлығы Аллабирҙелә ҡунаҡта булды

Сара матур булды. Уҡыусыларҙың күңеле булды, ҡыуандылар. Бәләкәй генә еңеүҙәрен ваҡытында күреү, иғтибар итеү уларҙы ҡанатландырҙы. Йылы һүҙ - йән аҙығы. "Ләйсән" бейеү ансамбле, башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйлә Ирек ҡыҙы Хисамованың етәкселегендә "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры ҡунаҡтар күңеленә хуш килде. Туған телдәр көнө беҙҙең Аллабирҙе мәктәбендә йыл һайын байрам ителә. Мәктәп залы туған тел хаҡындағы фәһемле тапҡыр һүҙҙәре менән биҙәлә. Был көндә тел буйынса уҙғарылған сарала тел буйынса юғары уңыштарға өлгәшкән Сараға төрлө милләт шәхестәрен саҡырырға ынтыла мәктәп. Район башлығы Игорь Владимирович Буцких менән райондың мәғариф етәксеһе Ольга Владимировна Сергеева олимпиадала еңеүсе уҡыусыларҙы һәм башҡорт теле уҡытыусыһын ҡотланы. Мәктәп коллективына ла рәхмәт хаты ташырылды. Мәктәптең уҡытыусылары татар шағиры Ғабдулла Туҡай һүҙҙәренә яҙылған "Туған тел" ен йырлай башлағас, бөтә мәктәп уҡыусылары аяғүрә баҫып остаздары менән бергә йырҙы башҡарҙылар. Бер ҡарға яҙ килтермәй тигәндәй, бер кеше генә милли рух тәрбиәләй алмай. Класс сәғәттәрендә Бураҡаева уҡыуҙары айына бер класс етәкселәре ойоштора ине, биология уҡытыусыһы Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы Әлибаева етәкселегендә мәктәптә "Ләйсән" бейеү ансамбле бейеүҙәре менән ауыл сәхнәһен биҙәй. Ырымбур өлкәһендә беҙҙең Аллабирҙелә генә туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте 1 кластан башлап 11-се класҡа тиклем предмет булараҡ уҡытылып килә. Район етәкселәре ярҙамы, хәстәрлеге арҡаһында ғына ауылда урта мәктәп һаҡлана. Тәрбиә ғаиләнән башлана, аҡыллы ата-әсә уҡытыусы, мәктәп менән ҡулға ҡул тотоноп туған телгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Туған телен белгән балаға белем алыу еңел бирелә. Игорь Владимирович, "Рәхмәт " тип, мәктәп менән һаубуллашты.

Сания Кузбаева, Аллабирҙе ауылы. 

Автор:
Читайте нас: