-6 °С
Облачно
Был бигерәк тә алтаҡталағы яҙыуҙарҙа сағыла. Элегерәк телдәр буйынса комиссия эшләй торғайны, һәр хакимиәттә булды ул, хәҙер юҡ. Мохтажлығы ҡалманымы, башҡа, мөһимерәк, эштәр алғараҡ сыҡтымы. Йәл. Кәрәк ине ул. Тегендә йәки бында яҙылған яҙыуҙарҙы ҡарап сыҡҡанда килешер ине. Ермолаеволағы бынау яҙыу ҙа, ул саҡта, бәлки, булмаҫ ине. Район үҙәге бит, ни тиһәң дә, үҙебеҙҙекләр бында нимә икәнен белер, аңлар, ә ситтән килгән кеше нимә уйлар? Былар нимәне һатыуға ҡуйған икән тиерме?