Все новости

Дәртләндереүсе, фәһемле сара

Мәктәптә тағы премия бирҙек.

Дәртләндереүсе, фәһемле сара
Дәртләндереүсе, фәһемле сара

2019 йылдан башҡорт теленән уңыштары булған өс уҡыусыға Кәрим Ишбаев исемендәге премияны ҡатыны Йәмилә Әбүбәкер ҡыҙы, балалары менән, Стәрлетамаҡтан килеп тапшыралар. Кәрим абзый беҙҙең Аллабирҙенеке, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, директор булып эшләне. 1976 йылда Стәрлетамаҡ пединститутына эшкә саҡырып алдылар. Ауылға йыш ҡайтып йөрөнө, һәр ваҡыт мәктәпкә һуғылып китә ине. Мин директор булып эшләгән ваҡытта Зөлфиә ҡыҙы менән ошо премияны булдырыу хаҡында уйлаштыҡ. Аллаға шөкөр, йыл һайын дауам итә, уҡыусыларыбыҙҙы кеүәтләп, дәртләндереп тороусы фәһемле сара. Премия алған балаларҙың ата- әсәһе лә байрамда ихлас ҡатнаша, рәхмәтлеләр.

Барлыҡ сараларҙы видеоға физика, математика уҡытыусыһы Закир Әлим улы төшөрә. Мәктәп, ауыл өсөн оло хазина ул Закир. 

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы. 

Автор:
Читайте нас: