Все новости

Розалия Солтангәрәеваның махсус призы беҙҙә!

Стәрлетамаҡта "Урал батыр"эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсының зона этабы үтте. 

Розалия Солтангәрәеваның махсус призы беҙҙә!
Розалия Солтангәрәеваның махсус призы беҙҙә!

Яҡшымбәт мәктәбе командаһы Көйөргәҙе районы данын яҡлап уңышлы сығыш яһаны. Саттарова Айзилә "Урал батыр" эпосын яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында эпостың 2600 юлын яттан һөйләп, тасуири һөйләүе, эпос йөкмәткеһен аңлап, ролгә инә белеүе менән жюри ағзаларының иғтибарын йәлеп итте һәм II урынға лайыҡ булды. Уҡыусылар "Урал батыр" эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү" номинацияһында III урын яуланы. Саттаров Шамил "Иң яҡшы ир-егет образы номинацияһында еңеүсе дипломы һәм жюри рәйесе Розалия Солтангәрәеваның махсус призы менән билдәләнде. Афарин, уҡыусылар! Һеҙгә һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булһын!

МБОУ СОШ села Якшимбетово 

Автор:
Читайте нас: