Балалар көнөнә тип, туған телгә бәйләп үткәргәйнек был бәйгене. Бәйге тип әйтерлеге, ысынында, юҡ - беҙҙең өсөн әсә телен онотмаған балаларҙы күреүе, ишетеүе мөһим ине.
Башҡорт, татар, сыуаш телдәрендә яңғыраны бала тауыштары, беҙҙең менән бергә һеҙ ҙә был күренешкә һоҡланғанһығыҙҙыр. Алтыла белгән алтмышта ла онотмаҫ әсә телен тиҙәр. Шуға ныҡ ышанабыҙ, юғиһә... артабан ни булырын уйлағы килмәй.
Рәхмәт һеҙгә, балалар, өмөт биргәнегеҙ, ышаныс өҫтәгәнегеҙ өсөн.
Бөтәһе унау булдығыҙ, унығыҙҙы ла редакцияла бүләк көтә.