Все новости

Мин һеҙгә ышанам!

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт, рус, туған тел уҡытыусылары һәм полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыу предметтарын билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә алып барыусы уҡытыусылар» Республика конкурсы еңеүселәре рәтендә ҡалабыҙҙың 5-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Байбулатова ла бар.

Мин һеҙгә ышанам!
Мин һеҙгә ышанам!

 Уға аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Земфира Наил ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
- Ошо конкурста 2018 йылда ла ҡатнашып, еңеүгә ирешкәйнем. Юғары баһаланыуымдың ҙур өлөшөнә уҡыусыларымдың төрлө конкустарҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшеүе лә керә. Тырыш уҡыусыларым булыуы менән шатмын. Беҙҙең мәктәптә рус балалары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙән тыш, теләктәре булғандар төплөрәк тә өйрәнә ала. Унан тыш башҡорт телен туған тел һымаҡ уҡыған балалар ҙа күп. Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам, хәҙерге ваҡытта яңы мәғлүмәти технологиялар ҡулланыу отошло. Компьютер ярҙамында дәрес үткәреү, уның аша тестар башҡарыу, күнегеүҙәр эшләү уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ проектор менән ҡулланырға ла мөмкинлек бар. Итерактив таҡта булыуы бигерәк уңайлы. Заман менән бер юлдан атлап, туҡтауһыҙ камиллашҡанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп була. Яңынан-яңы уҡыу технологиялырын эҙләп табып, артабан да башҡорт телен үҫтереү һәм нығытыу өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле. "Мин һеҙгә ышанам, барыһы ла килеп сыға", - тип директорыбыҙ ҙа гел дәртләндереп тора, - ти Земфира Байбулатова.
Гөлназ ДЕМЕНТЬЕВА

Республика етәксеһе Республика әйтеүенсә, Башҡортостанда башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ ул профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға республикала Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса яңы башланғыстар хаҡында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Әйткәндәй, республика мәктәптәрендә рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, украин, немец һәм белорус телдәре уҡытыла. 2023/2024 уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларының 29,5 проценты туған телдәрҙе (рус телен иҫәпкә алмайынса) өйрәнгән. Был уҙған уҡыу йылына ҡарағанда 8,5 мең балаға күберәк.
Бынан тыш, республика мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү ойошторолған. Уҡыусыларҙың 78,5 проценты – 408 781 кеше уны һайлаған. Былтырғыға ҡарағанда 42 мең балаға күберәк.

Автор:
Читайте нас: