2022 йылдың 1 сентябренән Күмертау ҡалаһындағы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында “Айым” театры коллективы эшләй башланы. Түңәрәккә 30-ға яҡын бала йөрөп, гимназияның бар сараларында әүҙем ҡатнаштылар. Әлбиттә балаларҙың арыған саҡтары булманы түгел, ләкин улар буш ваҡыттарын файҙалы үткәрҙеләр: рухи яҡтан үҫештеләр, төрлө ролдәрҙә уйнап, күңелдәрен үҫтереп, тормоштоң төрлә мәлдәрендә үҙҙәрен нисек тоторға әҙерләнеләр. Һәр йыл, миҙгел балаларға тырыш, талапсанлы хеҙмәт менән бергә уңыштар килтереп, мөғжизәләр илендә йөҙҙөрҙө. Улар Башҡортостан Республикаһы мәктәптәр араһында үткән төрлө театр коллективтары онлайн фестивал-конкурстар араһында 1-3 урындар яуланылар, лауреат, дипломант булдылар. Ул ғына ла түгел төрлө Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге онлайн конкурстарҙа ҡатнашып та урындар яулап, лауреат булып, декабрҙең 2023 йылында Рәсәй кимәлендә “Бөтә Рәсәй художество ижады үҫеше һәм гуманитар технологияһы үҙәге” О.В. Гончарованан сертификат-реестр алдылар.
Бигерәк тә башҡорт халыҡ әкиәтенә таянып ҡуйылған С.Суринаның “Ҡурай” спектакеле уңыштар килтерҙе. Ошо театрҙа әүҙем ҡатнашҡан Рүзилә Сөләймәнова (Көйөргәҙе районы Мораптал ауылынан) А. Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” спектакелендә - Флүрә апай, Зөһрә Фәйзуллинаның “Етегән йондоҙ”ҙа - Гүзәл ролдәрендә уйнап, сәхнә серҙәренә төшөнөп, үҙен күрһәтте. Уҡытыусы өсөн иң ҙур ҡыуаныс ул – уҡыусыларының имтихандар-һынауҙарҙы уңышлы биреп, тәрбиәләнеүселәренең күңелдәренә яҡын яратҡан һөнөрҙәрен һайлауы. Быйыл 9-сы класты уҡып бөтөп киткән Рүзилә Сөләймәнова шатланып шылтратты: “Йәмилә Сабир ҡыҙы! Мин бит театр буйынса уҡырға һәм киләсәктә эшләргә теләгәйнем бит. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының “Театр сәнғәте” факультетына уҡырға инеү өсөн 12 август имтихан биргәйнем, ә бөгөн шылтраттылар, мин ингәнмен! Рәхмәт һеҙгә!”... Был шатлыҡты ишетеү минең өсөн дә оло ҡыуаныс ине. Афарин, Рүзилә! Киләсәктә лә тырыш бул, уҡытыусыларыңды, туғандарыңды тыңла, ҡаршылыҡтар-һынауҙарға бирешмә, төрлө рөлдәрҙә уйнап, театрҙың ҙур артисы булырға, йә режиссер-ойоштороусы булырға яҙһын һиңә! Студент булыу – үҙе бер бәхәт бит ул, тағы ла юғары уҡыу йорттарына инергә яҙһын! Беҙ һинең менән! Барлыҡ студентарҙы ла ҡотлайбыҙ! Илебеҙ, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың, ҡалабыҙҙың, районыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың кәрәкле кешеләре булып, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының йондоҙо булып балҡып йәшәргә янһын ине һеҙгә лә беҙгә лә! Дипломдар алып, тыуған төйәктәрегеҙгә эшкә ҡайтһағыҙ ине. Уңыштар, бәләкәс артистарым! Һағынабыҙ!
Йәмилә РАМАҘАНОВА, БР беренсе Президенты М.Ғ.Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының өҫтәмә белем биреү педагогы, директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: «Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һәм был йәһәттән халҡыбыҙҙың ҙур роль уйнауы бик шәп. Беҙ туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм был мөхәббәтте башҡаларға еткергән әүҙем һәм битараф булмағандарға ярҙам итергә булдыҡ.