"Туған тел һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа актуаль проблемалар" темаһына йәнле фекер алышыу булды. "Туған башҡорт һәм дәүләт телдәрен уҡытыуҙа федераль эш программаһы төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе", "Туған башҡорт һәм татар телдәрендә дәүләт имтихандарына әҙерлек" мәсьәләләре ҡаралды. Методик берекмәнең йыллыҡ эш планы ҡабул ителде.
Быйылғы уҡыу йылында райондың күп кенә туған тел уҡытыусыларынын эше район етәкселеге тарафынан юғары баһаланыуы маҡтауға лайыҡ. Әммә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә ҡағылышлы төрлө бәхәстәр булып тора. Асыҡлыҡ индереүҙе талап иткән проблемалар етерлек. Шуға күп кенә һорауҙарҙы бергәләп һөйләшеү юлы менән хәл итергә тырыштыҡ. Семинарҙа файҙалы тәҡдимдәр ҙә, урынлы тәнҡит тә булды. Сара әүҙем, эшлекле шарттарҙа үтте.
Ғәзимә Аҙнабаева