Все новости

Яҡшы кәйеф менән таралыштыҡ

17 октябрҙә ҡала мәғариф идаралығында дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле уҡытыусылары Ассоциацияһы йыйылышы үтте. 

Яҡшы кәйеф менән таралыштыҡ
Яҡшы кәйеф менән таралыштыҡ

Көн тәртибендә башҡорт дәүләт телен, туған башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү, 9-сы класс уҡыусыларын берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡорт теле уҡытыусылары Ассоциацияһы етәксеһе Байбулатова Земфира Наил ҡыҙы 2 октябрҙә Өфө ҡалаһындағы Һөнәри әҙерлек үҙәгендә “Туған тел һәм туған әҙәбиәтте уҡытыуҙың актуаль проблемалары” темаһына уҙғарылған семинарҙа ҡатнашты. Ул ҡала уҡытыусыларын федераль белем биреү программаһының структураһы һәм йөкмәткеһе менән таныштырҙы, 9-сы кластарҙа берҙәм дәүләт имтиханының төҙөлөшө, эш биремдәре, баһалау критерийҙары тураһында һөйләне.
Мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Арыҫланова Рима Фәттәхетдин ҡыҙы уҡытыусыларҙы йыллыҡ эш планы, конкурстар теҙмәһе менән таныштырҙы.
Йыйылыштан уҡытыусылар киләһе йылға яңы өмөттәр бағлап, яҡшы кәйеф менән таралышты.

Автор:
Читайте нас: