Туған тел тураһында һүҙ сыҡҡан һайын, бәрәкәтле Көйөргәҙе еренең данлыҡлы улы, күренекле шағир, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе һәм либреттист Баязит Ғаяз улы Бикбаевтың үлемһеҙ шиғыр юлдары хәтергә килә:
"Ерҙә кеше һөйәгенән
убалар үҫкән.
Тел-тере шишмә-үлмәгән!
Бөгөнгә еткән!"
Эйе, шөкөр, көн һайын Ер шарында меңәрләгән телдәр бөтөнләйгә юҡҡа сыҡҡан ваҡытта,әллә нисәмә быуат үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙенең йәшәү дәүерендә юлында осраған һәр төрлө ҡаршылыҡтарға ҡаршы сығып,еңелеү белмәҫ баһадирҙай, айбарланып, көрәшә-көрәшә туған телебеҙ йәшәй әле. Мәктәптәрҙә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре йылдан йыл кәмей барып, күпселек халыҡ үҙенең туған телен онотоп, урыҫ телендә генә аралашыуға ҡарамаҫтан, Көйөргәҙе районының күпселек ауылдарында балалар үҙ туған телендә һөйләшә. Шуныһы ҡыуаныслы.
Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбендә декабрь айының сатнама һыуыҡ көндәренең береһендә (10декабрҙә) уҡыусылар, уларҙың уҡытыусылары Мөлөкова Гөлзиә Фәтих ҡыҙы,Узбекова Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы менән килгән ҡунаҡтар түңәрәк өҫтәл артында туған тел тураһында йәнле әңгәмә ҡорҙолар,үҙҙәрен борсоған һорауҙарға бергәләшеп яуап эҙләнеләр. Телебеҙ яҙмышы ололарҙы ғына түгел,уҡыусы балаларҙы ла бик ныҡ борсой икән. Әңгәмәлә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың балаларға ғына хас ихласлыҡ менән биргән һорауҙары,етди генә тонда һөйләгән телмәрҙәре,төрлө тәҡдимдәре, мең уйға һалырлыҡ төплө генә фекерҙәре, яттан һөйләгән шиғырҙары күңелгә май булып яғылды. 5,6,7,8,9,11 кластарҙа уҡыусы балалар Мәсәғүтов Искәндәр, Ниғмәтуллин Айназ, Ғәлиева Лилиә, Һөйөндөкова Әминә, Ғүмәрова Ралина, Шәмсетдинова Динә, Аҙнабаева Аиша, Таңатарова Алһыу, Хәсәнов Руслан, Һатыбалдина Дилбәр, Сарлыбаев Азамат, Ишкинина Зәлиәләр үҙҙәренең ялҡынлы сығыштары аша туған телдең һәр кем өсөн дә бик тә ғәзиз һәм бик тә ҡәҙерле икәнлеген иҫбат итте. Ошо мәктәптә оҙаҡ йылдар буйына эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан тәжрибәле уҡытыусы Вәлиева Эльфира Кәрим ҡыҙының сығышы ла бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Ул туған телде һаҡлау өсөн нимәләр эшләп булғанын яҡшылап аңлатты, кәңәштәрен бирҙе. Был матур сараны үткәреүгә күп көс һалған уҡытыусылар Мөлөкова Гөлзиә Фәтих ҡыҙы менән Узбекова Рәмилә Миҙхәт ҡыҙына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Уларға ауыр һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләйем! Мәктәптәрҙә тел яҙмышына битараф булмаған бындай уҡытыусылар уҡытҡанда, туған телендә әҙәби китаптар уҡырға, шиғыр һөйләргә яратҡан телһөйәр балалар барында, туған телебеҙ мәңге йәшәр!Күп яҡлы талант эйәһе, яратҡан шағирыбыҙ Баязит Бикбай яҙғанса: "Тел-тере шишмә-үлмәгән, бөгөнгә еткән! "Һәм киләсәккә лә,алдағы мең йыллыҡтарғаса етер ул телебеҙ, ин шәә Аллаһ!
Сулпан Миңлебаева
10.12.2024