Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында ике көн дауам иткән бәйгелә күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан да телһөйәр, илһөйәр милләттәштәребеҙ көсөн һынаны. Төбәк-ара олимпиада туған телебеҙҙең мәртәбәһен күтәреү, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен төплө белгән һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫеп килеүсе быуында туған телебеҙгә һөйөү уятыу, маҡсатында уҙғарыла.
Утыҙ туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған тел бәйгеһендә Ырымбур өлкәһенең Александровский, Новосергеевский, Һарыҡташ һәм Төйлөгән районары балалары ла ҡатнашты. Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбе уҡыусылары быйыл да һынатманы. 11-се синыфтар араһында Диана Бикәнәева, 9-сыларҙа Алһыу Сыңғоҙова еңеү яуланы. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә мәктәп, Төйлөгән районы, регион (Ырымбурҙа үткән) олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәнеләр һәм Өфөлә ысын еңеүсе икәндәрен лайыҡлы таныттылар! 9-сы класс уҡыусыһы Фиҙәлиә Хисамова олимпиаданың муниципаль, региональ этаптарында еңеүсе, Өфөлә призер булды. Ҡансурина Эльза ла мәктәп командаһын призер булып күтәрҙе. Уңышлы сығыш яһау еңел бирелмәне уларға. Уҡыу йылы башынан, сентябрҙән, Аллабирҙе мәктәбе уҡыусылары дәрестәрҙә, дәрестән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Ауыл Мәҙәниәт Йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Сәйет ҡыҙы Ҡуҙбаева менән Әсә көнөнә арналған « Быуындар бәйләнешенең халҡым мәҡәлдәрендә сағылышы» тигән темаға ғаиләләр менән осрашыу уҙғарырға ғына күпме әҙерләнделәр, мәҡәлдәр менән таныштылар. Яҡташ шағир Рауил Бикбаевтың тыуған көнөн йыл һайын билдәләмәй ҡалмайҙар. Быйыл байрамға, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы тип, ауыл Мәҙәниәт Йортоноң «Йәшлек» вокаль ансамблен саҡырҙылар.Шағирҙың туған башҡорт теленә арналған «Халҡыма хат» поэмаһыҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Был поэманы бөтә мәктәп менән йыл һайын 12 декабрь – яҡташтарының тыуған көнөндә уҡыу традиция әйләнде. Мәҙәниәт Йорто етәксеһе Вәсилә Мөхәмәтшина, Фәһимә Әбдрәшитова, Рәсимә Хисамова, Сәлимә Хәмитова апайҙар Рауил Бикбаев һүҙҙәренә яҙылған «Өфө- Ырымбур юлдары» тигән йырҙы уҡыусылар диҡҡәт менән тыңланы. Башҡортостан тарафынан уҙғарылған сараларҙа ла ихлас ҡатнаша аллабирҙеләр.
Иң мөһиме- уҡыусыларҙың туған телде өйрәнеүгә теләктәре бар, аҡыллы ата-әсә балаһының уңыштары күрә, хуплай.Тел белеү башҡа фәндәрҙе өйрәнеүгә лә булышлыҡ итә, уҡыусы уйлай, фекерләй, эҙләнә. Үкенескә ҡаршы, «телле көйө телһеҙҙәр бар»...Был ғаиләнән килә.
Үткән йылдағы олимпиадала өс еңеү менә ҡайттылар, быйыл 10 -сы класта еңеү Новосергеевка районына китте. «Ярай, улар ҙа беҙҙең ырымбурҙар бит,»- тип үҙҙәрен тынысландырҙы ҡыҙҙар.
Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө фән һәм технологиялар һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының бәйгелә булыуы һоҡланғыс күренеш. Бына ниндәй хөрмәт күрһәтелә телебеҙгә. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ҡатнашыусыларҙы мәктәпкә килеп Төйлөгән районының хакимиәт башлығы Игорь Владимирович Буцкихтың үҙе ҡотлауы уҡыусыларҙа туған тел менән сикһеҙ ғорурлыҡ хисе уята. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр тигән аҡыллы һүҙҙәрҙең ысынлығын тағы бер ҡат иҫбатлай.
Олимпиада, йылдағыса, линияларға бүлеп үткәрелде. Тәүгеһенә – уҡытыу башҡорт телендә алып барылған милли мәктәп, гимназия, лицейҙарҙа уҡыған телһөйәр балалар, икенсе линияға – башҡорт телен туған тел булараҡ уҡығандар, өсөнсөһөнә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башлап һәм уны дауам итеп өйрәнеүсе телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар ҡарай.
Региондарҙан килгән уҡыусылар ҙа өс турҙа һынау тотто: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина һәм тест һорауҙарына яуап бирҙе, текст буйынса лексик-грамматик эш башҡарҙы, жюри менән диалогҡа инеп телде белеү оҫталығын күрһәтте.
Еңеүселәр һәм призёрҙар бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында иғлан ителде.
Олимпиадаға ҡыҙҙар Ләйлә Ирек ҡыҙы Хисамова менән барҙылар. Сабыр, тыныс, хәстәрлекле уҡытыусы апайҙары янында өс көн Өфөлә көн иттеләр.
Уҡыусыларымдың еңеүҙәренә шатмын.
Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы.