Фәһемле сара айҡанлы Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбендә яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың бер туған һеңлеһе Зөлхизә Төхүәт ҡыҙы менән осрашыу үтте.
Бөйөк шағирҙың 1989 йылда ижад иткән «Халҡыма хат » поэмаһы менән Алһыу Сыңғоҙова, Аида Төркмәнова, Раян Әбүкәев, Алтынай Ишбаева, Ансар Һөйөндөкөв, Эльза Ҡансурина, Фидәлиә Хисамовалар таныштырҙы. Был әҫәр мәктәп уҡыусыларына яҡшы таныш.
Туған телдең киләсәге, бөгөнгөһө борсой аллабирҙеләрҙе. Телгә битараф булмағандарҙың күплеге һөйөндөрә
Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.
Туған телкәйемдең хәлдәренән
Бәғерҙәрем яна, теленә.
Халҡыма мин ошо хатты яҙам,
Оран һалам башҡорт иленә.
Зөлхизә апайҙың ағаһы хаҡындағы хәтирәләрен балалар ҙа, ололар ҙа йотлоғоп тыңланы. Бала саҡтан тырыш, китап уҡырға яратыуы хаҡында матур итеп иҫкә алды ҡунаҡ. Аҡбулаҡ педагогия училищеһендә ағаһына таҡтаташ эленеүе, ағаһын ҙурлауҙарына тыныс ҡына ҡарай алмай шағир һеңлеһе.Мәктәптең, уҡыусыларҙың йылы ҡараштарына рәхмәтен белдерҙе.
Уҡыусыларҙың Зөлхизә апайға бирелгән һорауҙарынанда тулы йөкмәткеле мәғлүмәт алды осрашыуҙа ҡатнашыусылар.
Рауил Бикбаевтың «Өфө- Ырымбур юлдары» шиғырына Тәлғәт Шәрипов көй яҙған. Вәсилә Мөхәмәтшина етәкләгән ауыл Мәҙәниәт Йортоноң «Йәшлек» вокаль ансамбленең Фәһимә Абдулла ҡыҙы, Әнисә Хантимер ҡыҙы, Сәлимә Салауат ҡыҙы, Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы, Рәсимә Маҙһар ҡыҙы йырҙы башҡарыуы байрамға йәм өҫтәне.
Мәктәп етәксеһе Сания Рафаил ҡыҙы белем усағының эше, уңыштары менән таныштырҙы:«Үҙем Владимировка ауылында йәшәп, рус мәктәбендә уҡығанлыҡтан туған башҡорт телемде белмәй инем, яйлап һөйләшергә өйрәндем. Уҡыусыларыбыҙҙың тел бәйгеһендә 20 йылдан артыҡ еңеү яулауы менән ғорурланам,»- тине директор. 11-се синыф уҡыусыһы,ҡыҙы Диананың ике йыл рәттән Өфөлә уҙғарылған төбәк-ара олимпиадала еңеүенә һоҡланнып, туған тел уҡытыусыһына оло рәхмәтен дә еткерҙе һәм тарих уҡытыусыһы Фәниә Фәүжәт ҡыҙы етәкселәгән түңәрәк ағзаларының түшелдереген Зөлхизә Төхүәт ҡыҙына бүләк итте. Бергәләп фотоға төшөп, Зөлхизә апай бүләк иткән Рауил Бикбаевтың китаптары ҡыуанып таралыштыҡ.
Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,
Офоғобоҙ алда киң әле.
Туған телдең шифа шишмәһенән
Килер быуын эсһен кинәнеп.
Сания Ҡуҙбаева, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбенең туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.