Бөтә яңылыҡтар

Һорауың булһа, өйөмә кил

Район хакимиәтендә Көйөргәҙе башҡорттары ҡоролтайы йыйылышы үтте. 

Һорауың булһа, өйөмә кил
Һорауың булһа, өйөмә кил
Былтыр ғына булған Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ҡайтып ҡала ине был йыйылыштың маҡсаты. Шуға тәүҙә ошо юҫыҡта барҙы һөйләшеү:  Хәбиров шулай тип сығыш яһаны, Килсенбаев былай тип әйтте, Айытҡолова шуға баҫым яһаны.
Торараҡ ергә төштөләр - районда булған проблемаларға туҡталдылар.
- Беҙҙә инде күпме ваҡыт район мәғарифында башҡорт теле методисы юҡ, ниңә береһе лә быны күрмәй?
- Башҡорт теле сәғәттәрен ҡыҫҡарттылар, ике аҙнаға бер керә хатта, һеҙ тел дә тел тиһегеҙ, уҡытыусы ошо ун дүрт көнгә бер тапҡыр ғына үткәрелгән дәрестә нимә эшләп өлгөрһөн, мәктәптә, уҙа барһа, 40 уҡыусы уҡый, уларҙы былай ҙа тегеләй-былай тартҡылайҙар, әле бер сара, әле икенсеһе, тәрбиәгә ваҡыт ҡалмай.
- Кадрҙар юҡ, булғанының, ҡәҙерен белмәй, әрәм-шәрәм итеп, ситкә ебәреп бөттөк...
- Ҡоролтайҙың үҙенең айырым ултырыр бүлмәһе кәрәк, кеше берәй һорауы менән килһә, ҡайҙа бара, Юлай Юнысовичтың өйөнәме?
Репортаж тулы вариантта йома көнө гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас