Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
7 Февраль , 15:33

Изге миссия

Был сараға беҙ яңғылыш ҡына барып эләктек.

Изге миссия
Изге миссия

Ермолаевоның беренсе мәктәбендә фәнни-ғәмәли конференция бара икән дә баһа! Райондың иң яҡшы, фәнгә мөҡиббән киткән уҡыусылар һәм уларҙың остаздары йыйылған.
- Бер нисә уҡыусы балаға район ҡоролтайының Маҡтау грамотаһын бирергә кәрәк, мин әлегә бушай алмайым, - ҡоролтай рәйесе юғары миссияны беҙгә йөкмәтте. Кемгә тәтей бындай бәхет - грамоталарҙы тоттоҡ та йүгерҙек.
Бында күңелгә яҡын уҡытыусылар ( әл дә улар бар, тел, ил тип янып йөрөйҙәр, киләсәктә милләт йәшәһән тип көндәрен төнгә ялғап эшләйҙәр) ултыра. Изге миссияны башҡарҙыҡ. Балаларҙың да, уларҙың етәксе-остаздарының да күңелдәре булды, буғай.
...Фән юлынан китәһегеҙме артабан, башҡараҡ юлды һайлайһығыҙмы, быныһы һеҙҙең ҡарамаҡта, балалар. Ҡайҙа эшләһәгеҙ, йәшәһәгеҙ ҙә, үҙ-үҙегеҙгә, булмышығыҙға хыянат итмәй, телде, илде, уҡытыусыларығыҙҙы онотмай, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә, ҡыҙҙар!

Автор:
Читайте нас