Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
15 Февраль , 15:02

Семинар бик файҙалы булды

Кисә, йәғни 14февраль, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 2-се һанлы лицей-интернатында "Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль - ара семинар үтте.

Семинар бик файҙалы булды
Семинар бик файҙалы булды

Семинарҙа мәғариф министры урынбаҫары Ғәлиева Әлфиә Закир ҡыҙы, мәғариф министрлығы милли белем биреү ойошмаһы етәксеһе Сәфиуллина Розалия Рәсих ҡыҙы, шулай уҡ Республика белемде үҫтереү институты башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова катнашты. Семинар эшлекле шарттарҙа үтте. Туған телде уҡытыуҙағы бөгөнгө көндә актуаль булған мәсьәләләр каралды. Балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең туған телде өйрәнеүгэ ҡарашы, туған телде белеү кимәленең түбәнәйә барыуы, олимпиада һөҙөмтәләре кеуек мөһим проблемалар күтәрелде . Дәүләт стандарттарына яраҡлашҡан дәреслектәр, яңы программа, "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашыу буйынса фекер алыштык. Лицей-интернат сараға бик яҡшы әҙерләнгән. Был мәктәп тә хәрби-патриотик тәрбиәгә ҙур урын бирелә , шулай уҡ халҡыбыҙ милли традицияларына, йолаларына таянып эшләүҙәрен күрҙек . Тел уҡытыусыларынына асыҡ дәрестәр, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсына әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде.Был билдәле мәктәп - интернатта Башҡортостандын халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, шағир Мөхәмәтйәров Хәй, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Зөбәй Үтәғолов һәм башҡа бик күп күренекле шәхестәр белем алған. Семинарҙа һәр бер сара Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ине һәм ошо тема төп лейтмотив булып яңғыраны.
Беҙҙең райондан методист Тэржеманова Фаина Фридит ҡыҙы етәкселегендә методик берекмә етәксеһе Азнабаева Ғ. У., Аҡһары, Таймаҫ мәктәбе директорҙары, шулай уҡ Ермолаево мәктәбе башҡорт теле уҡытыусылары, Илкәнәй балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе ҡатнашты. Үҙебеҙ өсөн күп кәрәкле мәғлүмәттәр алдыҡ, семинар бик файҙалы булды.

Ғәзимә АҘНАБАЕВА, Абдул ауылы.

Автор:
Читайте нас