Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
20 Февраль , 14:50

Вова һымаҡ булығыҙ

Ермолаевоның икенсе мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сара булды.

Вова һымаҡ булығыҙ
Вова һымаҡ булығыҙ
Был байрамға яңғылыштан барып юлыҡтыҡ тиһәң дә алдау булмаҫ. Район ҡоролтайынан шылтыраттылар, балалар, телдәр көнөнә бәйләп, матур сара әҙерләгән, әйҙә, теләгең булһа, киттек. Балаларға ҡағылышлы, етмәһә, телгә лә бәйле икән был байрам, баш тартыу килешмәҫ кенә түгел, гонаһ булыр ине. Киттек. 
Уҡытыусылары менән ундан ашыу уҡыусы малай-ҡыҙҙар, ысынлап та, әһәмиәтле генә байрам ойошторҙо. Ике командағы бүленеп, ярышты. Темалары бер генә - туған тел. Шартлатып башҡортса һөйләп торалар тип әйтһәк, бик дөрөҫ булмаҫ, шулай ҙа заманына күрә ярайһы ғына сығыш яһаны уҡыусылар, йомаҡ систе, мәҡәлдәр, әйтемдәр әйтте, шиғыр һөйләне, йыр йырланылар. Өс кеше килгәйнек (район ҡоролтайы ағзалары, рәйес Л. Ғәббәсова үҙе лә килде), ирәйеп ҡарап ултырҙыҡ: булдыра ла баһа былар. Командаларының исемдәре килешеп кенә тора үҙҙәренә - Тапҡырҙар һәм Зирәктәр. 
Айсыуаҡ ауылынан Вова исемле малай, рус булһа ла, үҙе теләп (ата-әсәһе теләге күберәктер), башҡорт телен өйрәнә икән. Был яңылыҡты ишеткәс, иҫебеҙ китте. Бөтәһе лә, башҡорттар үҙҙәре лә, ошо Владимир һымаҡ булһа икән.
Аҙаҡ, ғәйепкә бөгөп ҡалмағыҙ, ғәйепләп китмәгеҙ тигән һүҙҙәр менән алышып, хушлашырға ғына тигәндә, аш--һыу янына әйҙәнеләр. Юҡ менән булмағыҙ, рәхмәт, кәрәкмәй, ваҡыт тар, балалар өлөшөнә керәбеҙ, уңайһыҙ - нимә тип кенә әйтеп ҡараманыҡ, өҙмәй ҙә ҡуймай, табын артына ултырттылар. Бындайҙы (мәктәп ашханаларын) күп күргән Ирина Ибраһимова, теманы яҡшы белеп, әйтте:
- Ермолаевоның икенсе мәктәбендә башҡа мәктәптәргә ҡарағанда яҡшыраҡ ашаталар, гел тәмле, гел сифатлы. 
Үҙе лә башҡортса аңлағандай, мәктәп директоры урынбаҫары Алена Шарапова һүҙҙе йүпәтләй:
- Беҙҙең балалар ашхананан гел эстәре тулып, телдәрен йота яҙып, күңелдәре булып сыға.
Автор:
Читайте нас