Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраль , 12:14

Елисей ҙа башҡортса һөйләшә

Айсыуаҡ ауылының "Бәпембә" балалар баҡсаһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сара булды.

Елисей ҙа башҡортса һөйләшә
Елисей ҙа башҡортса һөйләшә
Ишектән килеп ингәс тә, ниндәйҙер матур, яҡты донъяға барып юлыҡҡандай булдыҡ. Баҡсала эшләгән апай-һылыуҙар ҙа, сабыйҙар үҙҙәре лә гел генә донъянан ниндәйҙер йәм, ҡыуаныс табып йәшәйҙәр кеүек  - йөҙҙәре нур сәсә. 
Туған телдәр көнөнә арнап, матур сара ойошторғандар. Бәп-бәләкәс кенәләр, ә зиһендәре ҡалай! Отҡорҙар. Әлбиттә, башҡорт теле лексикаһы бай тип әйтеп булмай (әле уларҙың түгел, ҡайһы бер ололарҙың да словарь запасы ярлы була торған), әммә апай ҙа апай тип, Зилиә апаларының күҙенә ҡарап, тиҙ генә һәр нәмәне тотоп-эләктереп алырға торалар. 
- Йә, Петя, һин әйт.
- Йә, хәҙер һин, Елисей...
Бына һиңә, быларҙы башҡорт-татар балалары ғына тип ултырабыҙ, күбеһе тап-таҙа славяндар ҙа баһа! Башҡортса шатырҙҙатып һөйләп йөрөмәҫтәр, әлбиттә, үҫкәс, әммә барыбер күңелдәренә изге орлоҡ һалына - башҡорт-татар һәм башҡа телдәргә ҡарата ихтирам уяна.
Матур байрам көнөндә, район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә, матур сара үткәреп, кәйефте күтәрҙегеҙ, елисейҙар. Рәхмәт һеҙгә.  
Автор:
Читайте нас