Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраль , 14:37

Телде белеү

Телде белеү шәп нәмә, ата-бабалар ерле юҡтан телдәрҙе өйрәнегеҙ тип васыят әйтеп ҡалдырмаған.

Телде белеү
Телде белеү

Беҙҙең ише ауылда үҫкән кеше башҡорт теленән башҡаһын бик белмәй үҫә, мәктәптәге рус теле дәрестәрендә лә күберәген башҡортса һөйләшә инек, немец телен дә әллә нисәмә йылдар өйрәндек, тик Һенде Һоһ тигәндән башҡа һүҙ башта ҡалманы. Шулай ҙа русса һупалай инек, бында беҙгә телевизор, радио һәм грампластинка уйната торған патефон ярҙам итә ине. Пластинкалар өйҙә күп ине, ул саҡтарҙағы популяр булған Пугачева, Леоньтев, Ротару, Антонов – барыһының да йырҙары бар, пластинкаларҙы ҡәҙерләп кенә һаҡлайһың, юҡһа, ул саҡ ҡына сыйылһа ла йыр бер урында туҡтап тыпырсына башлай, был осраҡта патефондың пластинка буйлап йөрөгән энәһе өҫтөнә шырпымы, башҡа ауырыраҡ әйберме һалаһың – ошолай энә ныҡ баҫыла ла музыка әҙәмсә уйнай. Бына шул рус йырҙарын тыңлап русса һупалай башланыҡ. Рус ҡынамы, Митхун Чакрабортиның йырҙары ла бар ине, уның аша һинд телен дә, аңламаһаҡ та, белә башланыҡ. Уға арнап, Митхунды яратып йөрөгән ҡыҙы йырлаған "ЗУБИ, ЗУБИ" тигәне нимә аңлаталыр - эт белһен, но көйө матур бит, беҙҙең ҡолаҡҡа ятышлы. Мөхәббәт хаҡында инде йырлағаны, быныһын ғына беләм, клубҡа һинд киноһына барһаң, уларҙың заялы мөхәббәтен ҡарай торғас, гел илап ҡайтам. Илағанды кеше күрмәй, клубта урын булмағас, беҙҙең һымаҡ бала-саға, сәхнәгә терһәктәрҙе һалып, кинаны иҙәндә ултырып ҡарай, бик йонсоғаны шунда йоҡлап та китә, аҙаҡ саҡ уятып алалар үҙен.
Шулай ҙа, Фәриҙә Ҡудашева, Фидан Ғафаровтарҙан ҡала, күберәген русса йырҙарҙы тыңлайбыҙ, уларҙы вис аңлайбыҙ, тип әйтеп бумай, тик отҡорлоҡ шәп, аңлашылмаған ерен мейе үҙе берәй логикаға һалып ҡуя, мәғәнәһен таба. Күрше малайы менән бер саҡ өйҙә уйнап йөрөгәндә, Пугачеваның пластинкаһы әйләнә, «И В ЭТОМ ВСЯ МОЯ ВИНА", тип йырлай был. Мин дуҫтан һорайһы иттем, ул минән 4 йәшкә олораҡ, мин белмәгәнде лә белергә тейеш:
- Вина тигәне нимә була икән?
Был оҙаҡ уйламаны, яуапты шунда уҡ әйтеп һалды:
- Бәтәс, вина шул вино була инде. Араҡы. Пугачеваны ныҡ эсә тип һөйләйҙәр бит, шуға шулайтып йырлайҙыр.
Алла апайҙы йәлләп ҡуйҙыҡ, эскәс, ныҡ ҡыйындыр, туғандары ла яфаланалыр, был малайҙың атаһы ла йыш эсә, һалмыш ҡайтҡанда әсәһе лә, малай үҙе лә өйҙән сығып ҡаса.
Күрше дуҫ шулай йырҙың мин аңламаған ерен аңлатып бирҙе, ату ҡай саҡ үҙемә генә ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңлауы бигерәк ҡыйын. Мәҫәлән, В. Леонтьевтың «Светофор” йыры бигерәк матур, тик бик йыш "ГУТИ, ГУТИ, ГУТИ" тип ҡабатлай, урам аша йәшәгән әбей ҡаҙҙарын гел шулай саҡыра, гути тигәне нимә була икән? (Аҙаҡ ҡына был һүҙҙең "Бегут, Бегут" икәнен белдем). А.Барыкин да прәме моңло итеп йырлай, бигерәк тә “Аэропорт» тигәне матур. Аэропорт - самолеттар төшә торған урын икәнен беләм, беҙҙең ауыл янынан да оса самолеттар, кукурузник тибеҙ уны, баҫыуҙарға ағыу һиптерә улар, ауылдың анау алыҫ осондағы бер яланға төшәләр, шул була инде аэропорт. Бер саҡ малайҙар менән барҙыҡ унда, алыҫ ер, барып еткәнсе хәл бөттө. Самолетҡа ултыртып йөрөтмәҫтәрме тип барһаҡ, беҙҙе ҡыуып ҡайтырҙылар, ныҡ кәйеф киткәйне шул саҡ. Беҙҙең бик ныҡ самолетта осҡо килгәнде аңламанылар, әллә, тел белмәгәс, үҙебеҙ аңлата алманыҡмы инде. Бына шул Барыкин әлеге йырында ошолай йырлай: "Аэропорт, стою с утра по самолетам". Иртә таңдан тороп, самолет өҫтөнә баҫып нишләп тора икән был тип аптырайым. ("Аэропорт, стою у трапа самолета", тип көйләй икәнен аҙаҡ ҡына белдем).
...Ғүмер үтә барған һайын рус телен ҡайһы бер рустарҙан да яҡшыраҡ белеү кимәленә етелде, телде белегеҙ тип әйткән ата-бабаларҙың мең ҡат хаҡлы икәненә төшөндөм, быныһынан бигерәк, күңелегеҙ матур булһын, кешегә яҡшы булығыҙ, ул саҡта һине барыһы ла аңлар, яратыр тигәндәре тағы ла мөһимерәк икән. Һәм бер-береңде аңлау өсөн ниндәйҙер телде тәрән белеү, ысынлап та, кәрәкмәй икән. Бик йыш нимәлер әйтеү, иҫбатлау, ҡысҡырыу, ғөмүмән, ауыҙ асыу мотлаҡ түгел – бер күҙ ҡарашы етә. Йәндәр генә яҡын булһын да яныңдағы кеше һине аңларға теләгән кеше булһын.

Автор:
Читайте нас