Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраль , 08:24

Ырымбурҙар туған тел көнөн киң ҡолас менән ҡаршы алды

Ырымбур тигәнебеҙ, Аллабирҙе ауылы.

Ырымбурҙар туған тел көнөн киң ҡолас менән ҡаршы алды
Ырымбурҙар туған тел көнөн киң ҡолас менән ҡаршы алды

Был ауылды белмәгәне һирәк, Ырымбур далаларын ғына данлап йәшәмәй, ғөмүмән, башҡорт донъяһы үҫешенә ҙур өлөш керетеп йәшәгән ауыл ул. 

Беҙҙе лә саҡырғайнылар, ҡыҙғаныс, барып булманы. Уның ҡарауы, Күмертауҙан, Өфөнән килгән ҡунаҡтар булған, тамырҙары Яманһары ауылында булған, Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин да килгән.

Яуға бәләкәй генә ауылдан 9 егет китте, тигәйнеләр беҙгә, бер нисәһен ерләнек.... Ниндәй генә темаға тотонма, һуғыш темаһы алға килә ла баҫа. Тел, ил тип йәшәгән аллабирҙеләр ҙә, уларҙың күршеләре беҙ ҙә, яҡын киләсәктә бары тик көндәлек мәшәҡәттәр тураһында ғына уйланып, хәстәрләнеп йәшәһәк ине. 

Автор:
Читайте нас