Бөтә яңылыҡтар

Ахыры һәйбәт булһын

Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышы үтте.

Ахыры һәйбәт булһын
Ахыры һәйбәт булһын

Бөтәһе лә килеп етә алмаһа ла (кемеһелер Өфө юлын тапай, кемеһелер ауырып ята), ултырыш бик шаулы үтте. Үҙ-ара осрашып, шаярып һөйләшкәндә генә беленмәй икән, проблемалар баштан ашыу.

Рәйес Лена Ғәббәсова бер ай самаһы ваҡытта апаруҡ эштәр эшләнек тип әйтеп һалды, башҡорт теле көнөн матур үткәрҙек, ҡоролтайыбыҙ менән Өфөгә барҙыҡ, Стәрлетамаҡта булдыҡ. Ярҙам күрһәткән бер нисә иптәште билдәләп үтте.

- Башҡарма комитетта эш тип, тел, ил тип янып йөрөгәндәр генә булһын, аяҡ салырға йә булмаһа, был ҡасан һөрлөгөр тип көтөп ултырғандар булмаһын, - тип ҡәтғи талап ҡуйҙы.  

Тиҙҙән Кинйә Арыҫлановҡа бәйле конкурс буласаҡ, положение бар, жюри ла бар тинеләр әммә... Кем жюри икәнен береһе лә белмәй, Ҡоролтай мисәте, ҡултамғаһы торһа ла, жюри составында бер ҡоролтай ағзаһы юҡ. Положениены ла юҡҡа сығарҙылар – бөтөнләй дөрөҫ төҙөлмәгән, район масштабындағы конкурс, етмәһә, ә хатта Саҡмағоштан киләләр тип лаф орабыҙ, конкурсты иғлан итер алдынан оргкомитет ултырышы үтергә тейеш ине, кәңәшһеҙ эш бына нимәгә алып килде...

Оргкомитет тураһында күп һөйләнде. Ниндәйҙер сара алданан ул мотлаҡ булырға тейеш, кем нимә эшләй, нимә өсөн яуаплы – барыһы ла ошонда әйтелә, ә беҙҙә әле, Крылов басняһындағы ише, һәр береһе йөктө ҡайҙылар үҙ яғына һөйрәй, кем нимә эшләгәнен белеп тә бөтөп булмай.

(Ошо мәлдә күбеһе Люция Хәмитова менән Лира Тереғолованы иҫкә төшөрҙө, эх, ҡайҙа һеҙ, апайҙар?).

- Мәғарифһыҙ, мәҙәниәтһеҙ, беҙ бер үҙебеҙ генә, әллә ни эш ҡыйрата алмайбыҙ, бергә булыу кәрәк, әммә, әлеге ойошҡанлыҡ юҡ.

- Башҡорт теле уҡытыусылары бөтөнләй ситкә ырғытылып ҡалды. Бер кемгә лә кәрәкмәй улар хәҙер. Конкурста ҡатнашалар икән балалары менән, бары тик үҙ белдектәре арҡаһында. Өфөгәме, ҡайҙа барырға булһа, автобус юҡ, бирмәйҙәр, шунан китә былар үҙ аҡсаһына, барыһын хәстәрләп, «Орлан»ға ултырып. Район мәғариф бүлеге туған телдәргә бөтөнләй иғтибар бүлмәй... Балалар баҡсаһынан башларға кәрәк эште, элек, хәтерләһәгеҙ, баҡсаларҙа, 15 минутлыҡ булһа ла, башҡорт теле дәресе үтә ине, шуны тергеҙергә кәрәк.

Киләсәккә пландар ҙа төҙөлдө, улары ярайһы ғына күренә, тормошҡа ашһа, һәйбәт буласаҡ. Башҡорт теле уҡытыусылары, ғөмүмән, ҡара эште тырышып эшләп тә, күҙ уңынан төшөп ҡалған милләттәштәрҙе онотмаҫҡа, гел билдәләп, хуплап торорға кәрәк тиештеләр.

Ә шау-шыу тыуҙарған бөтөн ризаһыҙлыҡтарҙы ҡағыҙға яҙып, башлыҡҡа ла, урынбаҫарына ла, мәғариф бүлегенә лә, алып инеп, өҫтәленә һалырға тип килештеләр.

Кәңәшмә барышында борсоулы, хатта асыулы күренгән йөҙҙәргә сара аҙағында йән инде, хатта көлөштөләр.  Әлеге шикелле, һәр эшебеҙҙең ахыры күңелле тамамланһа ине – ҡоролтайҙың да, шул иҫәптән.

Автор:
Читайте нас: