Аҙнаһына бер тапҡыр туған телде өйрәнергә теләктәре булғандар менән китапханасы (белеме буйынса башланғыс синыфтар уҡытыусыһы) Әнисә Марат ҡыҙы Хәлитова ең һыҙғанып эшкә тотондо. Беренсе дәрескә мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Ырымбур ҡалаһы башҡорттарының ҡоролтай етәксеһе Марат Самат улы Сарбаев, Ырымбурҙағы Башҡорттарҙың тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәтҡәрҙәре Аурика Салауат ҡыҙы Ишҡыуатова менән Земфира Рәжәп ҡыҙы Ғайсина, виртуоз ҡурайсы Марат Йәҡшембәтов. Мәүлиҙә Сәмиғулла ҡыҙы Ҡобағошова етәкләгән «Ялҡын» ансамбленең башҡорт халыҡ йырҙары башҡарыуы байрамға йәм өҫтәне.
Күмертау ҡалаһының Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге гимназия уҡытыусылары Наилә Нәҙир ҡыҙы менән Вадим Вәдит улы Кузбаевтар ҙа матур сараны асыу тантанаһында ҡатнашып, туған телде өйрәнеүселәргә китап бүләк иттеләр. Ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар шәмбе һайын балалары, ейәндәре менән китапханаға ашыға. Аҡ юл һеҙгә, рухташтар!
Сания Ҡузбаева.