Быйылға план менән танышып, уны раҫланылар. План шәп тә, шәп түгел дә тип әйтеүесе булманы, уның менән тауышһыҙ ғына риза булдылар. Артабан һүҙ мәғарифҡа күсте. Бүлек начальнигы Евгения Бочарникова районда 14 мәктәп, 6 балалар баҡсаһы бар тине, унда дәүләт телдәре 100% балалар өйрәнә. Көйөргәҙе районында 1856 бала уҡый, шуларҙың 897-һе рус милләтле, 582 –башҡорт, 221 – татар милләтле балалар.
- Район мәғариф бүлегендә әллә күпме ваҡыт башҡорт теле буйынса методист юҡ, ниңә был проблема хәл ителмәй? – Фәнис Рахманғолов ошо һорауҙы бирҙе.
- Рәмилә, беләһегеҙ, декретта, ул декабрь айына тиклем бала ҡарап ятасаҡ, ә әлегә кеше эҙләйбеҙ, таба алмайбыҙ.
- Туғыҙтимер йылғаһы, Мораптал яғында, Туғыҙтинер тип яҙылған, беҙ Ҡоролтайға мөрәжәғәт яҙҙыҡ, әлегә ләм-мим, өндәшмәйҙәр, - Элтза Васильева ошо «Юшатыр» гәзите әллә ҡасан күтәргән һорауҙы бирҙе.
Был федераль трасса – әммә мәсьәләне хәл итерҙәр тип көтәбеҙ тиеште комиссия ағзалары.
Алтаҡталарҙы тикшерергә сығабыҙ, бөтәһенә Ҡоролтай рәйесе Лена Ғәббәсова баш була, тине Данил Зиннәт улы, Ирина Ринат ҡыҙы, һеҙ ҙә шунда булырһығыҙ...
- Юҡ-юҡ, - Ибраһимова ҡырҡа баш тартты, - бында телде белгән кеше кәрәк, филолог, ә мин...
Тел ғәменә бәйле комиссияның ҡараған һорауҙары ошо юҫыҡта булды. Һүҙгә һуңыраҡ ҡушылған Юлай Талха улы барыһын йомғаҡлап ҡына ҡуйҙы: был һорау – мөһим һорау, башҡа эштәр менән мәж килеп, тел мәсьәләһен онотмайыҡ.
Кәңәшмә ВКС формаһында үтте, был бик шәп түгелдер тип уйланыҡ, компьютерға, смартфонға текәлеп ултырғансы (кемдер барыһын да автомобиль салонынан ғына күҙәтте) күҙгә-күҙ ҡарап, бер-беребеҙҙең йылыһын тойоп һөйләшһәк, телебеҙ отор ине, һорауҙар ҙа күберәк булыр ине, моғайын.