Бөтәһе лә тел белгестәре түгел, әммә тел яҙмышына битараф булмағандар йыйылды.
Тәүге һорау әллә ҡасандан бирле йәнде көйҙөргән Туғыҙтимер йылғаһы атамаһы (ул Морапталға ингән ерҙә эленеп тора). Дөрөҫ яҙылмаған, һуҡыр ҙа күрер, тиҙ арала Упрдор Приуралье ойошмаһына ошо турала хат яҙырға булдылар - төҙәтһендәр.
Ермолаеволағы "Ҡара тюльпан" скверы менән дә бәлә, русса исемен дөрөҫ яҙылмаған, уны ла йәһәт кенә төҙәтеп, башҡортсаһын да яҙып ҡуйырға ҡарар ителде.
Түкән ауылы янында Көйөргәҙе йылғаһы ла дөрөҫ яҙылмаған, уны ла, оҙаҡҡа һуҙмай, төҙәтергә тинеләр. Ауыл исеме лә ҡыҙыҡ яҙылған - Төкән. Был дөрөҫ түгел тип тапты комиссия, оҙаҡламай Төкән Түкәнгә әйләнер.
Ошо айҙа уҡ тел комиссияһы (бер нисә кеше) ауылдар буйлап сәйәхәткә сыға - яҙыуҙарҙы тикшерергә. Район ҡоролтайы рәйесе Лена Ғәббәсова етәкләйәсәк был комиссияны. Был сәйәхәт нимә менән бөтөр - гәзиттә яҙылыр, составта беҙ ҙә бар.