Тәүҙә бер төркөм кеше сәфәр ҡылыр тип көтөлгәйне (телдәр буйынса закондың үтәлешен тикшерергә), әммә был эш бик ауыр буласаҡ, кемдер эшенән бушай алмай, кемдеңдер башҡа, шәхси, һылтауы бар. Быларынан бигерәк, күмәк кешене йөрөтөү өсөн транспорт кәрәк, еңел машинаға бөтәһе лә һыймай. Автобус яллап йөрөүе лә ҡатмарлы.
Ике кеше генә сәфәргә юлланасаҡ тип килешелде, йөҙ күҙ күргәнде, дүрт күҙ ҙә күрә, хаталарҙы таный ала. Аҙаҡ инде, ошо сәфәр һөҙөмтәһе буйынса, бөтәһе лә йыйылып, кәңәш итәсәк.