Бараның маҡсаты — киң йәмәғәтселектең башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү. 2025 йылда текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналған.
Диктант өсөн танылған шағирә, балалар яҙыусыһы һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Беҙ – һуғыш балалары” китабынан өҙөк алынды
Диктант тексын Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, ҡаланың “Перспектива” белем биреү комплексының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мырҙағолова Менәүәрә Рауил ҡыҙы уҡыны.
Сараға килеүселәрҙе Күмертау ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапхнлар системаһы директоры, Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова сәләмләне . Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы ошондай сараларҙың мөһимлеге тураһында иҫләтте һәм диктантты барыһы ла уңышлы яҙһын, тигән теләктәрен еткерҙе.
Диктантты бөтәһе 23 кеше яҙҙы.