Был башҡорт телендә диктант - ул бик мәртәбәле эш.Ул беҙҙең телебеҙгә ҡарата һөйөүебеҙҙе күрһәтә. Тел йәшәһә, беҙ ҙә йәшәйбеҙ,милләт тә йәшәйәсәк. Ошондай сарала киләсәк быуындың ҡатнашыуы ҡыуаныслы.
Халыҡ- ара башҡорт телендә диктант яҙырға килгән ҡунағыбыҙ оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы Ғисмәтуллинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ул диктант яҙып бөткәс уҡыусыларға: " Мин дә бөгөнгө диктант яҙыуҙа ҡатнашҡаныма ҡыуанам. Хатаһыҙ яҙҙым. Мин үҙ телемде яратам. Шатланып, ҡыуанып яҙҙым.
Илдәребеҙ тыныс булһын, һуғыштар бөтһөн, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Еңеү барыбер беҙҙә буласаҡ Алла бирһә. Ир- егеттәребеҙ беҙҙең ер, тыныс тормош өсөн көрәшә. Ә беҙ, балалар, телебеҙҙе яратайыҡ, тырышып уҡыйыҡ!"- тине.
Бик яҡшы тәҫораттар менән ошондай сараларҙа тағы ла осрашырға, тип таралыштыҡ.