Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телендә мәҡәләләр яҙыу конкурсы

РУВИКИ башҡорт телендә мәҡәләләр конкурсы ru.ruwiki.ru/wiki/Проек... иғлан итә.

Маҡсат - РУВИКИның башҡорт бүлеген киңәйтеү, телде һаҡлау һәм үҫтереүгә мөһим өлөш индереү. Фән, тарих, әҙәбиәт, технологиялар - төрлө темаларға мәҡәләләр яҙығыҙ, белемегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ.
 
Конкурс 16 июнгә тиклем уҙа. Һәр яҙылған мәҡәлә өсөн ҡатнашыусы бер балл ала. Иң күп баллдар йыйған өс ҡатнашыусыны ноутбук, телефон, смарт-сәғәт кеүек бүләктәр көтә. Приздар алыу өсөн минимум 10 балл йыйырға кәрәк.
 
Конкурста ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә?
 
▫️Конкурста теркәлеү формаһын тултырығыҙ: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек...
 
▫️Башҡорт телендә 2000 символлы текст яҙығыҙ.
 
▫️Мәҡәлә РУВИКИ стандарттарына тап килергә тейеш: ru.ruwiki.ru/wiki/Рувик...
 
▫️Мәҡәләне конкурс таблицаһына индерегеҙ: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек...
 
▫️Күберәк балл йыйыу өсөн тағы ла мәҡәләләр яҙығыҙ, уларҙың һаны сикләнмәгән.
 
▫️Һөҙөмтәләрҙе көтөгөҙ.
 
Һөҙөмтәләр 23 июндә иғлан ителәсәк. Конкурс ҡағиҙәләренең тулы йыйылмаһы: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек...
 
 
Автор:
Читайте нас: