Телдәр тураһында закондар ике биләмәлә - Мораптал, Ермолаево - нисек үтәлә, шуны тикшерҙеләр. Район хакимиәтенең Телдәр буйынса комиссияһы составына ингәндәр күмәге бергә йөрөмәне, ике ҡыҙ ғына йөрөп әйләнгәйне. Апаруҡ ҡына хаталар тапҡандар, алтаҡтаһыҙ ойошма юҡ, Яҡут, Яңы Мораптал ауылдарында, район үҙәгендә ҡайҙа нимә, нисек яҙылған, шуларҙы энәһенән ебенә тиклем тикшергәндәр. Йөрөгәс-йөрөгәс, эштең һөҙөмтәһен күрһәтеү мотлаҡ, бөгөн хакимиәттә йыйылдыҡ.
Был магазин яңғылыш яҙған, клуб, ФАП, кафе тағы ниндәйҙер учреждение хата ебәргән... Баш әйләнеп сыға яҙҙы. Бюджет учреждениеһы, ярар, әйткәнде тыңлар ҙа хатаһын төҙәтер, ә эшҡыуарҙар менән ҡалайтырға, уларҙы тикшереүгә, ғөмүмән, мораторий кереттеләр, эттән алып эткә һалып әрләп ебәрһә лә бер ни юҡ.
- Эшҡыуарҙарҙы алтаҡталарын алмаштыртыу түгел, магазин-кафе алдарын йыйыштыртып, таҙарттырып булмай, төкөрҙө улар һинең әйткәнеңә, - Ермолаево ауыл биләмәһе башлығы М. Букреева һәр саҡтағыса дорфа, ҡырҡыу, - алтаҡталарҙы элеп ҡуйыр алдынан ниңә уларға береһе лә төртөп күрһәтмәгән, хәҙер, әллә күпме ваҡыт эленеп торғас, магазин-кафе хужаларын яфалайһығыҙ, беләһегеҙме, күпме аҡса кәрәк уларҙы алмаштырыр өсөн? Бизнес-шериф нимә ҡараған? Ниңә өйрәтмәгән? Кстати, ҡайҙа ул, ниңә юҡ, ә Акилов ҡайҙа? Элек ниңә бындай проблемалар булманы ла (барыһы ла алдан килешеп, раҫлап эшләнә ине, алтаҡтаны эшләр алдынан, хакимиәттә раҫлай инеләр, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар үҙе үткәрә ине ултырыштарҙы, контролдә тота ине), хәҙер килеп, бына һиңә мә?
- Телдәр буйынса комиссия әллә нисә йыл эшләмәне бөтөнләй. Өҫтән күрһәтмә булғас ҡына ҡыймылдай башланылар (башланыҡ), элек шәп эшләй ине, сөнки уға иғтибар ҙа көслө ине...
- Күрше Мораҡты ҡарағыҙ, уларҙа бындай тел проблемалары юҡ ул.
- Атаҡ, улар нисек улай эшләй ала икән?..
- Башлыҡ-урынбаҫар-ғәләмәт бында юҡ икән, беҙ ни бысағыма тип ултырабыҙ, улай булғас?
- Ике ҡыҙҙың сәфәре һөҙөмтәһен ҡарап, уларҙы тыңлап, бер фекергә килеп, әйтер һүҙҙе өҫкә еткереп, артабан барыр өсөн.
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.