Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында үткән "Арктур" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсы өҫтәмә һөнәри белем биреү системаһында эшләүселәрҙең һәләттәрен күрһәтергә, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе. Был бәйгегә Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 250 кеше көсөн һынарға килде.
Быйылғы конкурс алты номинация буйынса уҙғарылды, уларҙа методистар һәм өҫтәмә белем биреүҙең башҡа белгестәре лә үҙҙәрен күрһәтә алды. Төрлө яҡтан килеүсе ҡатнашыусылар сараның ойоштороу кимәленә генә түгел, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына ла хайран ҡалды. Конкурсанттар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. ЮГРА Ханты-Манси автономиялы округынан "Эҙләнеү" өҫтәмә белем биреү үҙәге абсолют еңеүсе тип танылып, диплом һәм 100 мең һум аҡсаға лайыҡ булды. Һамар өлкәһенән Вадим Ермиков, Кемеров өлкәһенән Зоя Зотова, Краснодар крайынан Сергей Касьянов, Башҡортостандан Елизавета Боровикова, Кемеров өлкәһенән Анна Колесовалар еңеүсе булып, 50 мең һум һәм дипломға лайыҡ булды.