Бөтә яңылыҡтар

Хәҙер элеккесә булмаҫ

12,13 май көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Il Бөтә Рәсәй съезы үтте.

Хәҙер элеккесә булмаҫ
Хәҙер элеккесә булмаҫ

Бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуга, башҡорт рухлы балалар тәрбиәләугэ етди иғтибар бүленеү бик яҡшы күренеш.
Съезд 9 майҙансыҡта төрлө йүнәлештә эш алып барыуға ҡоролған ине. Мин үҙем Гөлөстан исеме аҫтында "Заманса башҡорт теле:яңы ҡараш" майҙансығында ҡатнаштым. Уҡытыусылар, методистар, дәреслек авторҙары, тел белгестәре башҡорт телен уҡытыуҙың бөгөнгө көндәге торошо, актуаль мәсьәләләр, методистар, методик ярҙам, дәреслектәр буйынса мөһим, бик тә кәрәкле һөйләшеү, фекер алышыу ойошторҙо. Дебатта барыһы ла тиерлек бик әүҙем ҡатнашты. Төплө фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр күп булды. Ялҡытҡыс доклад урынына майҙансыҡтың эше ошо форматта уҙғарылыуы бик тә отошло, файҙалы ине.
Пленар ултырышта Республика башлығының ҡатнашыуы съездың мәртәбәһен күтәрҙе. Телебеҙ яҙмышына иғтибар, ихтирам киләсәккэ яҡты өмөттәр уятты. Эйе, элеккесә булмаҫ, әммә заманса, яңыса шарттарҙа туған телебеҙ йәшәр, үҫер, юғалмаҫ.
Шулай уҡ Республика башлығы ҡулынан наградалар алған коллегалар араһында күренекле шәхес Мәрйәм апай Бураҡаева ға "Бвшҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы" исеме бирелеүен ишеткәс, зал аяғүрә баҫып, алҡыштарға кумде.
Пленар ултырыш башланғас, экранда ҙур планда Салауат ҡалаһында гимназияла башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләүсе ҡыҙым Ғайсина Альмираны күреү минең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы хәл булды.  Ҡыҙым кеүек телебеҙ, милләтебеҙ тип янып йөрөүсе, заманса технологиялар ҡулланып, гөрләтеп эшләп йөрөүсе йәштәрҙең булыуы киләсәккэ ҙур өмөттәр уятты. Эшебеҙҙе дауам итер бына тигән шәп йәштәр бар, шөкөр!

Ғәзимә Аҙнабаева, Абдул ауылы. 

Автор:
Читайте нас: